1 место в конкурсе чтецов (20.10.2023)

Поздравляем преподавателя Кильдибаеву М.М. и студентку 1 курса ПК9-23.1 Атагелдиеву Г. с победой в конкурсе чтецов🖊!Желаем дальнейших побед..

20 окт 2023 в 17:12«✍Түп — түңәрәк Ер ҡалдырам Һеҙгә, сатнамаған Ҡояш ҡалдырам, » тип яҙҙы Бөйөк Мостай. Эйе, бөгөнгө көн мәртәбәле, бөйөк һәм иҫтәлекле көн! Мостай Кәримдең ижадын уҡыйбыҙ, өйрәнәбеҙ, киләсәк быуынға тапшырабыҙ. Минең миссиям шуны талап итә. Шуныһы ҡыуаныслы — бына нисә йыл рәттән мин үҙемдең талантлы студенттарым менән әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы ижадына арналған конкурстарҙа тик 1 урынды яулайбыҙ.Сибай медицина колледжынан Алһыу, Айзилә, Өфө һөнәри колледждан Алтынай, бына быйыл иһә Өфө художество колледжының 1 курс студенткаһы Атагелдиева Гөлсинә 1 урын алып, сикһеҙ шатландырҙы. Сөнки минең был уҡыу йортондағы эшмәкәрлегем1 ай ғына 🤷‍♀😊 Яулайһы үрҙәрегеҙ ҡояш һымаҡ һәр саҡ яҡты булһын, талантлы студенттарым. 🙏💥☀💜💗😘